

"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы сиктәрендә күсмә бригадалар 159 550 тапҡыр ҡабул иткән һәм 42 733 тикшереү үткәргән.
Табиптар 8 218 сирҙе, шул иҫәптән 3 176 социаль әһәмиәтле ауырыуҙы тәүге тапҡыр асыҡлаған. Ҡаты ауырыуҙарға шик табылған кешеләр өҫтәмә тикшеренеү үтергә һәм дауаланырға йүнәлтелгән.
2026 йылдың 17 авгусынан 23-нә тиклем "Сәләмәтлек" поездары маршруттары Йылайыр, Ҡыйғы, Салауат, Ҡариҙел, Миәкә, Дәүләкән, Күгәрсен, Ейәнсура һәм Өфө райондары аша үтә.
Был акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола һәм "Оҙон һәм әүҙем тормош" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ул проблеманы ваҡытында асыҡларға һәм дауалана башларға ярҙам итә.
Табиптар бушлай, сират буйынса ҡабул итә. Иң мөһиме, үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалауы (ОМС) полисын алырға кәрәк.