Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Августа , 03:45

Театрҙа — бәпесләр бумы!

🎭 Башҡорт опера һәм балет театрында — бәпесләр артҡан: артистарҙың был йәй балалары һәм ейәндәре тыуған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Театрҙа — бәпесләр бумы!Театрҙа — бәпесләр бумы!
Театрҙа — бәпесләр бумы!

Башҡортостанда Ғаилә йылында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистарының ғаиләләрендә шатлыҡлы ваҡиғалар булған.

Айҙар Хәйруллин икенсе тапҡыр атай булған. Кесе ҡыҙы 23 июндә, ә өлкән ҡыҙы 24 июндә донъяға килгән. Ҡыҙҙар араһында теүәл бер көн һәм дүрт йыл айырма.

— Минең тирә-яғымда ысынлап та тик ҡыҙҙар ғына, — тип көлә ул. — Әгәр өсөнсө бала ла ҡыҙ булһа, тимәк, джекпот отҡанмын.

Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Шайбаков та атай булған — уның Ярослав исемле улы тыуған.

— Яриктың донъяға килеүе тормошҡа ҡарашымды үҙгәртте. Иғтибарымды шәхси ҡыҙыҡһыныуҙарҙан ғаиләгә күсерҙем, — тип уртаҡлашҡан артист.

Башҡортостандың халыҡ артисы Любовь Буторина тәүге тапҡыр өләсәй булған. 5 августа уның ейәнсәре донъяға килгән.

— Үҙемде сикһеҙ бәхетле тоям! Был — юбилейыма иң ҡәҙерле бүләк, — тигән ул.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рим Рәхимов һәм уның ҡатыны дүртенсе балаһын көтә. Сентябрҙә уларҙың ишле ғаиләһендә тағы бер сабый донъяға киләсәк. Өлкән ағайҙары менән апайҙары инде кем һәм нисек ярҙам итәсәге тураһында бәхәсләшә.

Рим Рәхимов әйтеүенсә, өсөнсө балаһы тыуған саҡта ул Минскиҙа булған, икенсеһе — Ижевскиҙа. Ә беренсе балаһы тыуғанда ул бала табыу йорто тәҙрәләре аҫтында йөрөгән. Хәҙер артист гастролдәргә әҙерләнә һәм был юлы ҡатыны янында була алырына өмөтләнә.

Театрҙа билдәләүҙәренсә, был — ысын «бәпесләр артҡан осор». Артистарҙың балалары — театрҙың киләсәге.

— Театр — ҙур бер ғаилә. Уның сәхнәлә генә түгел, тормошта ла ишәйеүе бик ҡыуаныслы, — тип билдәләгәндәр театрҙа.

Артистарҙы балалары һәм ейәндәре тыуыуы менән ҡотлайбыҙ, ғаилә бәхете һәм именлек теләйбеҙ!

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Гөлнара Солтанова