

– Белоруссия – күптәнге һәм ышаныслы партнерыбыҙ. 2026 йылдың ғинуарынан июненә тиклем республиканың тышҡы сауҙа әйләнешендә уның өлөшө 6,1 процент тәшкил итте, ә экспорт күләме былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 4,9 процентҡа артты. Бигерәк тә туҡыма һәм аяҡ кейеме – 3 тапҡырға, машиналар эшләү продукцияһында – 27,6 процентҡа, минераль продукцияла – 14,3 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Бындай сәфәрҙәр аныҡ проекттар буйынса йәнле хеҙмәттәшлек булып тора. Беҙ Белорус энергетика секторын трансформаторҙар менән тәьмин итеү, медицина ҡорамалдары һәм электр транспорты өсөн компоненттар етештереүҙә хеҙмәттәшлек итеү, ойошмаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерерлек кадрҙар әҙерләү тураһында һөйләшеү алып барабыҙ, — тине Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, визиттың әһәмиәтен аңлатып.
"Минск" ирекле иҡтисад зонаһы идаралығы вәкилдәре делегацияһы "Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы" етәкселеге менән бер нисә осрашыу үткәрҙе һәм «АЛГА» махсус иҡтисади зонаһында, "Өфө" индустриаль паркында, уның резиденттары — "Россильбер", "Амкодор- Ағиҙел", "Добрый картон", "ПромЦентр" индустриаль парк һәм башҡа объекттар менән танышты. Ҡунаҡтар шулай уҡ «Зубово» технопаркында, Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студент кампусында, «Медстальконструкция» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә, «Өфө трансформатор заводы»нда, «Өфө трамвай-троллейбус заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү объекттарында булды.