

«Беҙҙең Дүртөйлө районы хакимиәтенә яҡташтарыбыҙ - «Кот» һәм «Фатих» позывнойлы МХО яугирҙары килеп китте. Улар ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.
«Фатих» ҡалабыҙҙың 5-се мәктәбендә, һуңынан Өфө нефть-техник университетында уҡый. 2024 йылда үҙ теләге менән Ватан һағына баҫа. Ул ДНР-ҙа иң алғы һыҙыҡта йөрөй, һуңынан Һамар өлкәһендәге штабҡа күсерелә. Хәрбиҙең әсәһен дүртөйлөләр яҡшы белә – ул район мәҙәниәт йортонда эшләй һәм ирекмәнлек менән әүҙем шөғөлләнә. МХО ғаиләләренең ағзаларына ярҙам итә.
«Кот» – офицер, Херсон өлкәһендә алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Ауыр яралана, әммә госпиталдән һуң шунда уҡ үҙенең иптәштәре янына кире ҡайта. 2023 йылда штурмовик булып хеҙмәткә китә, ә бер йылдан хәрби ҡаҙаныштары өсөн гвардия лейтенанты званиеһын ала. Ул Суворов һәм Жуков миҙалдарына, шулай уҡ ике «Хәрби отличие» билдәһенә лайыҡ була, һуңғыһы уға август башында Костромала тапшырыла. Уның иң ҙур ғорурлығы - малайы. Егет атаһы эҙенән барырға ҡарар итә һәм 4-се мәктәптең кадет класына уҡырға инә.
Беҙ фронтта уларға ниндәй ярҙам кәрәклеген һораштыҡ. Улар яҡташтарына посылкалары өсөн рәхмәт әйтте. Беҙ мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ. Өйҙә көс йыйығыҙ, йышыраҡ туғандарығыҙҙы ҡосаҡлағыҙ. Беҙҙең район һеҙҙең менән!» – тип яҙған Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.