

Өфөлә полиция 57 йәшлек курьерға һөжүм иткән бер төркөм ир-егетте ҡулға алған. Курьер бер адресҡа яҡынса 6 мең һумлыҡ пицца һәм эсемлектәр алып килгән булған. Ваҡиға Баргузин урамында теркәлгән. Курьер түләү раҫланыуын күрмәгәс, низағ сыҡҡан, һәм һөжүм итеүселәрҙең береһе, бысаҡ менән янап, заказды тартып алған.
Пицца өсөн һөжүм итеүселәр – 22, 24 һәм 28 йәшлек өс ир-ат һәм 18 йәшлек ҡыҙ. Енәйәтселәр баштан уҡ, аҡса күсереүҙе имитациялап, курьерҙы алдарға планлаштырған. РФ Енәйәт кодексының 162-се статьяһы 2-се өлөшө («Ҡараҡлыҡ/Разбой») буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ир-аттар һаҡ аҫтына алынған, ә ҡыҙға өйҙәге арест билдәләнгән.