Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Августа , 08:15

Шок! Башҡортостандың атҡаҙанған артисын талағандар!

Ярай әле сумкаларҙа документтар һәм аҡса булмаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шок! Башҡортостандың атҡаҙанған артисын талағандар!Шок! Башҡортостандың атҡаҙанған артисын талағандар!
Шок! Башҡортостандың атҡаҙанған артисын талағандар!

Таиландта ялды маймылдар боҙған: Рәмзил Сәлмәновтың ғаиләһе көтөлмәгән хәлгә тарыған.

 

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов ғаиләһе менән Таиландта ял иткәндә үҙенсәлекле һәм ҡурҡыныс хәлгә осраған. Урындағы маймылдар артист һәм уның яҡындарының сумкаларын тартып алып, уларҙы күҙ алдында соҡоған.

 

Артист һөйләүенсә, Таиландҡа килеп өсөнсө көндә улар биш кеше — дүрт өлкән кеше һәм бер бала — үҙаллы Маймыл тауына юлланған. Кескәй бала юлда йоҡлап киткәс, уны коляскаға һалып, тауға күтәрелә башлағандар.

 

Коляска аҫтына һалынған сумкала подгузниктар, алмаш кейем, һыу һәм балалар ризығы булған. Икенсе сумкаға уйынсыҡтар тултырғандар.

 

Юлда маймылдарҙың күплеген күреп, улар быға әллә ни аптырамаған. Әммә бер аҙ ял итергә туҡтағас, хәл ҡапыл үҙгәргән: бер маймыл йәшен тиҙлегендә килеп, коляскалағы сумканы эләктереп алған да ситкә ҡасҡан. Улар аңлап өлгөргәнсе, икенсе маймыл икенсе сумканы тартып алып, бағана башына менеп киткән.

 

Маймылдарға яҡынлашырға тырышҡас, улар тештәрен ыржайтып, ырылдай башлаған. Артист һәм уның ғаиләһенә ситтән генә ҡарап тороуҙан башҡа сара ҡалмаған.

 

Маймылдар сумкаларҙы «тикшереп» сыҡҡан: подгузниктарҙы йыртҡандар, балалар пюреһын ашап бөтөргәндәр, әйберҙәрҙең байтағын боҙғандар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс кенә, маймылдарҙың береһе ситкә киткәс, ҡайһы бер әйберҙәрҙе кире ала алғандар. Ә бағанаға менгән маймыл  сумканы ергә төшөргән — тик ул инде ныҡ ҡына тешләнгән булған.

 

Ошо хәлдән һуң ғаиләнең тауға юғарыраҡ күтәрелеү теләге юҡҡа сыҡҡан. Улар тағы бер саҡрым самаһы барған да кире боролған. Сөнки бейегерәк күтәрелгән һайын маймылдар ҙа күбәйгән.

 

Күпмелер ваҡыт үткәс, Рәмзил Сәлмәновтар тағы бер нәмәгә ҡыуанып ҡуйған: ярай әле сумкаларҙа документтар һәм аҡса булмаған! Юғиһә Таиландтағы ял бөтөнләй икенсе төҫ алыр ине.

 

Бәхеткә күрә, был юлы ғаилә еңелсә ҡурҡыу һәм бер аҙ юғалтылған әйберҙәр менән генә ҡотолған.

Автор:Гөлнара Солтанова