-2 °С
Облачно


Бизнес-лигала Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты, «Башмед», «Башкирэнерго», «Эко-Сити», Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы һәм «Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары», шулай уҡ Президент
программаһы вәкилдәре ҡатнаша. Чемпионатҡа махсус ҡунаҡ булараҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернатынан команда ҡушылды.
Ярышта ике еңеүсе билдәләнәсәк — һәр лиганан берәр.
- Беҙҙең Кубок – стратегик фекерләү, ҡаты конкуренция шарттарында ҡарарҙар ҡабул итеү һәләтен, командала эшләү мөмкинлеген һынау өсөн үҙенсәлекле майҙан, — тип
билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары- Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Ул шулай уҡ махсус
хәрби операция ветерандары ассоциацияһы командаһын айырым сәләмләне: - Һеҙ алға барырға, етәкселек итергә һәм яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алырға күнеккәнһегеҙ. Шуға күрә
чемпионатта ҡатнашыуығыҙ һеҙгә яңы бейеклектәргә күтәрелеү өсөн тағы бер трамплин булып хеҙмәт итер, тип иҫәпләйбеҙ.
Башҡортостан кубогы 2020 йылдан алып үткәрелә, ошо осорҙа проектта 500-гә яҡын кеше ҡатнашҡан. Кубок еңеүселәре 2026 йылдың көҙөндә «Global Management Challenge» милли
финалында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.