

Дүртөйлө районында йәшәгән ҡатынға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының аҡсаһын урлаған өсөн хөкөм ҡарары сығарылды, тип хәбәр итте Башҡортостан прокуратураһы.
Яугир үҙенең танышына аҙыҡ-түлек һатып алыу өсөн банк картаһын бирә. Ошо мәлде файҙаланып, ҡатын банкоматтан уның 260 мең һум аҡсаһын ала . Ир һуңынан ғына аҡсаһы юғалыуын асыҡлай.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таныған, аҡсаны ҡайтарған.
Суд ҡатынды 3 йылға һынау ваҡыты менән шартлы рәүештә 3 йыл да 2 айға иркенән мәхрүм иткән.
Фото: zarplata-online.ru