

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикаға БПЛА һөжүме хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бөтәһе 21 БПЛА булған, уларҙың 16-һы Салауатта бәреп төшөрөлгән.
Ҡалғандарының маҡсаты Чишмә районындағы логистика үҙәге булған. Хәҙер унда ла янғын һүндерәләр, шул иҫәптән янғын-ҡотҡарыу вертолеты Ка-32 йәлеп ителгән.
Ике кеше яраланған. Икеһе лә дауаханала, уларға бөтә кәрәкле ярҙам күрһәтелә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн сәғәт 08:50-лә Башҡортостанда пилотһыҙ аппараттар хәүефе режимы индерелгәйне. Быға бәйле Өфө аэропорты осоштарҙы сикләне.
Бөгөн үк Салауатта БПЛА һөжүмен кире ҡаҡтылар. Пилотһыҙ аппараттарҙың береһенең ярсыҡтары промзонала ҡала, шунан һуң янғын сыға. Сәғәт 11:19-ҙа пилотһыҙ аппараттар хәүефе режимы алынды.