Был юлы "Фермер мәктәбе" программаһына йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ бешеү (хәләл стандарттары буйынса), йәшелсәләрҙе һаҡлау һәм эшкәртеү технологиялары буйынса уҡытыу индерелгән.
Уҡыу өс ай була, БДАУ базаһында ойошторола. Һайлап алыу конкурсынан үтеүселәр "Фермер хужалығы агробизнесы" 289 сәғәткә иҫәпләнгән программа буйынса белем аласаҡ.
«Фермер мәктәбе» Башҡортостанда 2020 йылдан эшләй, барлығы 315 кеше диплом алған.
Фото: Минсельхоз РБ.