Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Августа , 04:50

Башҡортостан Башлығы оператив штаб ултырышын үткәрҙе

Дошмандың пилотһыҙ осоусы аппараттары һөжүме артыуы менән бәйле, Радий Хәбиров төбәк оператив штабының кисәге ултырышында өҫтәмә хәүефһеҙлек саралары күреү кәрәклеген билдәләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Башлығы оператив штаб ултырышын үткәрҙеБашҡортостан Башлығы оператив штаб ултырышын үткәрҙе
Башҡортостан Башлығы оператив штаб ултырышын үткәрҙе

– Дошман пилотһыҙ осҡостары менән һөжүмде көсәйтә, – тине Радий Хәбиров. – Ҡайһы бер төбәктәрҙә инфраструктура объекттарына, логистика үҙәктәренә һөжүмдәр күҙәтелә. Ошоноң менән бәйле беҙгә һаҡланған объекттар исемлеген, уларҙың әһәмиәтен һәм пилотһыҙ аппараттар һөжүменең йүнәлешен, интенсивлығын иҫәпкә алып, актуалләштереү бурысы тора. Был объекттарҙың хужалары уларҙы пассив һаҡлау, пилотһыҙ һауа судноларын асыҡлау һәм уларға ҡаршы тороу саралары менән йыһазландырыуҙы тәьмин итергә бурыслы.

Ултырышта террористик һөжүмдәр хәүефе, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта ведомство-ара эш итеү, иҫкәртеү һәм диверсияға оператив яуап биреү шарттарында сәнәғәт эше мәсьәләләре ҡаралды.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса иң мөһим объекттар исемлегенә индерелгән предприятиелар етәкселәре өсөн тәҡдимдәр әҙерләнде.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова