Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Августа , 10:29

Инвестһабантуй "Еңеү иҡтисады"на арнала

БР Хөкүмәте ултырышында Премьер-министр урынбаҫары һәм Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов форумға әҙерлек барышы тураһында хәбәр итте.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Инвестһабантуй "Еңеү иҡтисады"на арналаИнвестһабантуй "Еңеү иҡтисады"на арнала
Инвестһабантуй "Еңеү иҡтисады"на арнала

- Быйыл "Урал аръяғы"ның бизнес-программаһы «Еңеү иҡтисады» дөйөм темаһы аҫтында үтәсәк. Был темаға ярашлы программа иҡтисади үҫеш, ресурстарҙы мобилизациялау, бизнесҡа ярҙам итеү мәсьәләләрен, махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашыусыларҙың эшҡыуарлыҡ башланғыстарын үҙ эсенә аласаҡ. 14 августа филармония алдында махсуслаштырылған күргәҙмә майҙаны ойошторола. Эшҡыуарлыҡ йорто МХО-ла ҡатнашыусылар башланғыстары өсөн хөкүмәттең ғәмәлдәге һәм яңы ярҙам саралары инфраструктураһын тәҡдим итәсәк, — тип билдәләне ул.

Бынан тыш, инвестһабантуйҙа МХО-ла ҡатнашыусыларҙың эшлекле башланғыстарын өйрәнеүгә арналған бүлек эшләүе планлаштырыла.

Төп сараларҙың береһе – Муниципаль инвестиция стандартын тормошҡа ашырыуға арналған майҙансыҡ. Унда 2025 йылға Стандартты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре, иң яҡшы тәжрибә менән таныштырыу, еңеүселәрҙе бүләкләү планлаштырыла. Муниципаль инвестициялар стандарты бизнес өсөн шарттар булдырыу һәм инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән муниципаль командаларҙың эшмәкәрлеген баһалау мөмкинлеген бирә.

"Еңеү иҡтисады" пленар ултырышы бизнес-программаның төп өлөшөн йомғаҡлай. Унда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы үҙ эшен асырға йәлеп итеүгә һәм ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән яңы республика программаһының презентацияһы буласаҡ.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова