

Дүртөйлө — Нефтекама трассаһының 18-се километрында ике йәшлек мышы машина аҫтына килеп инеп аварияға сәбәпсе булған.
Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыү һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, мышы көтмәгәндә юлға йүгереп сыҡҡан һәм автомобиль тәгәрмәсе аҫтына эләккән.
Ауыр йәрәхәттәрҙән хайуан үлгән. Водитель һәм пассажирҙар зыян күрмәгән.
Республиканың һунар ресурстарына килтерелгән зыян 80 мең һум тәшкил иткән. Экология министрлығында иҫкәртеүҙәренсә, юлдың урман аша үткән участкаларында ҡыр ҡайуандары көтмәгәндә килеп сығырға мөмкин.
Водителдәргә бигерәк тә тәүлектең ҡараңғы ваҡытында һәм эңгерҙә иғтибарлы булырға кәрәк.