Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Августа , 07:00

Йә, Хоҙай! Бәләкәй ҡыҙсыҡ һыуға батып үлгән!

Хәйбулла районында ҡот осҡос хәл теркәлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йә, Хоҙай! Бәләкәй ҡыҙсыҡ һыуға батып үлгән!Йә, Хоҙай! Бәләкәй ҡыҙсыҡ һыуға батып үлгән!
Йә, Хоҙай! Бәләкәй ҡыҙсыҡ һыуға батып үлгән!

Һаҡмар йылғаһында йыһазландырылмаған урында ял иткәндә бәләкәй ҡыҙсыҡ һыуға батҡан. Бала өлкәндәрҙең күҙ уңынан ни бары бер нисә минутҡа ғына юғалған булған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан (МЧС).

Үткән ял көндәрендә республикала һыуҙа бер нисә фажиғә теркәлгән. Шулай, Дәүләкән районында бери р балыҡ тоторға киткән һәм кире ҡайтмаған. Һуңыраҡ уның кәүҙәһен Өршәк йылғаһынан сығарғандар. Ҡалтасы районында Ҡуян ауылынан йыраҡ түгел һыу ятҡылығынан 65 йәшлек балыҡсының кәүҙәһен тапҡандар. Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһында, шулай уҡ һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында, 56 йәшлек ир һыуға батҡан, уның кәүҙәһен водолаздар бер көндән генә тапҡан. Күгәрсен районында тағы бер кеше юғалған, уны эҙләү дауам итә.

Ҡотҡарыусылар республика халҡын хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра: рәсми пляждарҙа ғына һыу инергә, һыу буйында спиртлы эсемлектәр ҡулланмаҫҡа һәм бер ниндәй осраҡта ла балалырҙы күҙәтеүһеҙ ҡалдырмаҫҡа.

Автор:Гөлнара Солтанова