Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Августа , 04:30

Студент отрядында тыуған мөхәббәт...

Бөгөн студенттар отрядтары «Кадрҙар» милли проекты бурыстарын ғәмәлгә ашырыуҙың һөҙөмтәле йүнәлеше лә. Улар квалификациялы белгестәр генә түгел, ә үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға, йөкләмәләрен үтәргә һәм ныҡлы берлектәр булдырырға әҙер булған яуаплы кешеләр тәрбиәләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Студент отрядында тыуған мөхәббәт...Студент отрядында тыуған мөхәббәт...
Студент отрядында тыуған мөхәббәт...

Ошо көндәрҙә студент отрядтары хәрәкәте ветерандары Гүзәл һәм Илмир Мөрсәлимовтар үҙҙәренең мөнәсәбәттәрен рәсми рәүештә никах менән нығытты. Улар уртаҡ ҡиммәттәр һәм сиҙәм ер романтикаһы ғүмерлек мөхәббәт өсөн ныҡлы нигеҙ була алыуының тағы бер дәлиле булды.

Был парҙың тарихы шау-шыулы ҡалала түгел, ә ҡарлы киңлектәр араһында, легендар «Айғыр» ҡар десанты отрядында башлана. Гүзәл медицина юғары уҡыу йорто отряды составында булһа, Илмир аграр университет исеменән ҡатнаша. Тап шунда, сатлама һыуыҡта һәм йылы усаҡ янында, отряд ағзалары араһында осҡон ҡабына. Ваҡыт үтеү менән ул ҙур һәм етди хискә әүерелә.

«Рәсәй студент отрядтары хәрәкәте — төҙөлөштәр, проекттар һәм слёттар менән генә сикләнмәй. Ул иң тәүҙә — кешеләр тураһында. Ғүмерлеккә һинең менән ҡаласаҡ дуҫлыҡ һәм ғаилә ҡорорға теләк уятҡан мөхәббәт тураһында. Илмир менән Гүзәл был һүҙҙәрҙе яҡшы дәлилләй», — тип билдәләй уларҙың отрядтағы иптәштәре.

Никахтарын 2026 йылда, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителгән ваҡытта теркәү ҙә символик мәғәнәгә эйә. Был туй студент отрядтарында профессиональ кадрҙар һәм лидерҙар ғына түгел, ә ышаныслы, татыу династиялар ҙа барлыҡҡа килеүенең тағы бер дәлиле булды.

Был матур мөхәббәт тарихының артында ҙур система ята. Рәсәй студент отрядтары — илебеҙ йәштәренең иң эре хеҙмәт хәрәкәте.

Студент отрядтарында йыл һайын йөҙҙәрсә мең йәш кеше эшләй. Улар тәүге хеҙмәт тәжрибәһе туплай, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ала һәм ил үҫешенә тос өлөш индерә. Йәйге хеҙмәт семестрына сығыр алдынан хәрәкәттә ҡатнашыусылар өҫтәмә эшсе һөнәрен бушлай үҙләштерә ала. 2021 йылдан алып был мөмкинлектән 170 меңдән ашыу кеше файҙаланған.

Студотрядҡа ҡушылырға теләүселәр трудкрут.com сайтына яҙа йәки 8 800 770‑0‑117 телефоны буйынса колл-үҙәккә шылтырата ала.

Фото, сығанаҡ: Министерство семьи, труда и социальной защиты населения Республики Башкортостан, Контента | Инфоповод

 

Студент отрядында тыуған мөхәббәт...
Студент отрядында тыуған мөхәббәт...
Студент отрядында тыуған мөхәббәт...
Автор:Алһыу Ишемғолова