Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Августа , 07:00

Матәм иғлан ителде

Күрше республикала БПЛА-нан 12 кеше һәләк булған, 39 йәрәхәтләнгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Матәм  иғлан ителдеМатәм  иғлан ителде
Матәм иғлан ителде

Татарстанда БПЛА-ларҙың күпләп һөжүменән һуң һәләк булғандар айҡанлы матәм иғлан ителде. Бындай ҡарарҙы республика Рәйесе Рөстәм Миңнеханов ҡабул итте.

Билдәле булыуынса, 12 кеше һәләк булған, 39 кеше йәрәхәтләнгән. Рөстәм Миңнеханов шулай уҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе һәм һөжүм һөҙөмтәһендә зыян күргәндәргә кәрәкле барлыҡ медицина ярҙамын күрһәтергә ҡушты.

Түбәнге Кама мэры Радмир Беляев ҡалаға өҫтәмә медицина хеҙмәткәрҙәре бригадалары ебәрелеүе тураһында хәбәр итте.

Шулай уҡ тейешле хеҙмәттәргә һөжүм эҙемтәләрен оператив рәүештә бөтөрөргә ҡушылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн иртән Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһы дошман БПЛА-лары һөжүменә дусар булды. Һөжүм етештереү объекттарына ла, гражданлыҡ объекттарына ла яһала.

Әйткәндәй, БПЛА һөжүме ҡурҡынысы бөгөн Башҡортостанда ла ғәмәлдә., Өфө аэропорты осоштарҙы  ваҡытлыса туҡтатып торҙо.

Автор:Гөлнара Солтанова