

Түбәнге Камала 5 йәшлек бала һәм тағы ла 12 кеше һәләк булған. Баланың ата-әсәһенең тере ҡалыуы һәм ғаиләнән тағы кемдәрҙең һәләк булыуы әлегә билдәһеҙ. Исемлектәр төҙөлә. Зыян күреүселәрҙең һаны 48 кешегә тиклем артҡан. Башлыса кешеләрҙең быяла ярсыҡтарынан киҫелгән урындары бар, контузия алғандар.
Торлаҡ йортта йәшәүселәр араһында зыян күреүселәр күп — һөжүм кешеләр яңы ғына эшкә уянған ваҡытта башлаған. БПЛА күп ҡатлы йортҡа эләккән.
Һәләк булғандарҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Йәрәхәтләнгәндәргә тиҙерәк һауығыуҙарын теләйбеҙ!