Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Августа , 07:15

«Ашыҡмайым, әмма таң ҡалдырасаҡмын!»

Гөлназ Асаева ошо хаҡта хәбәр иткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Ашыҡмайым, әмма таң ҡалдырасаҡмын!»«Ашыҡмайым, әмма таң ҡалдырасаҡмын!»
«Ашыҡмайым, әмма таң ҡалдырасаҡмын!»

Билдәле булыуынса, ул тамашасыларына бүләк әҙерләй.

— Яңы миҙгел беҙҙә матур буласаҡ, — ти йырсы. — Мин бөтәһе өс яңы образ әҙерләйем. Йырҙар шәп буласаҡ, дөйөм алғанда, мин хиттар артынан ҡыумайым. Минең өсөн йырҙың матур булыуы мөһимерәк. Әлбәттә,  берәр йырымдың хит булыуын теләр инем. Шул тиклем борсолам: берәй композицияны сығарыу өсөн  уны ике-өс йыл эшләргә мөмкинмен. Ғәҙәттә бик күп уйлайым: артистарҙың күбеһе үҙҙәренә ошаған йырҙы ала ла тиҙ генә сығара, ә мин һәр йырҙы оҙаҡлап һайлайым, образыма туры киләме, юҡмы тип уйлайым, шуның арҡаһында минең йырҙар яйлап ҡына сығарыла.

Йырсының һүҙҙәренсә, хәҙер уның әле донъя күрмәгән ете йыры бар.

Автор:Гөлнара Солтанова