

Ҡот осҡос хәл Мәскәү өлкәһендә (Подмосковьела) була. SHOT мәғлүмәттәре буйынса, 3 йәшлек малай ағайҙары һәм апаһы менән тәҙрә төбөндә уйнаған, ниндәйҙер мәлдә ул тәҙрәнән сығып осҡан. 39 йәшлек әсә улын тотоп ҡалырға тырышҡан, ләкин уның менән бергә аҫҡа осоп төшкән. Бөтә ваҡиға ла һанаулы секундтар эсендә булған. Башҡа өс бала әсәһенең һәм ҡустыһының һәләк булыуына шаһит булған.
Шаһиттар ашығыс ярҙам саҡыртҡан, ләкин баланы ҡотҡарып ҡала алмағандар — ул һәләк булған. Ҡатынды дауаханаға алып барыуға өлгәшкәндәр, әмма алған йәрәхәттәрҙән ул да йән биргән. Ҡатын кассир ярҙамсыһы булып эшләгән һәм видеомонтаж менән шөғөлләнгән.
Күршеләре һөйләүенсә, бынан бер нисә йыл элек ошо уҡ йортта ошондай уҡ хәл булған: тәҙрәнән бер егет ҡолап төшөп үлгән.