

Стәрлетамаҡ полицияһы ирле-ҡатынлы Арзяевтарҙы — 1993 йылғы Олег Витальевичты һәм 1995 йылғы Ольга Петровнаны эҙләй.
Билдәле булыуынса, улар һуңғы тапҡыр 2026 йылдың 22 июлендә элемтәгә сыҡҡан. Шул ваҡыттан алып уларҙың ҡайҙа булыуы билдәһеҙ.
Юғалғандар тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булыусыларҙы 02 (мобиль телефондан — 102) телефоны буйынса йәки Стәрлетамаҡ буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығының дежур бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорайҙар: 8 (3473) 20-45-31, 8-987-257-37-22.