Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Августа , 10:40

Фажиғә тотош бер ғаиләнең аҫтын-өҫкә килтерә

6 айлыҡ сабыйын юғалтҡан ҡатын башҡа әсәй була алмаясаҡ. Барыһына ла табип хатаһы ғәйепле.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фажиғә тотош бер ғаиләнең аҫтын-өҫкә килтерәФажиғә тотош бер ғаиләнең аҫтын-өҫкә килтерә
Фажиғә тотош бер ғаиләнең аҫтын-өҫкә килтерә

Сибай ҡалаһында йәшәгән Лилиә, табиптарҙың хаталы ғәмәлдәренән һуң, башҡа бала таба алмаясағы тураһында ауыр хәбәр алған.

 

Йәш ҡатын оҙаҡ йылдар балаға уҙа алмай йөрөгән. ЭКО процедураһынан һуң ниһайәт, йөклө булыуы раҫланғас, ул һәм ире сикһеҙ бәхетле була. Алты ай буйы ҡыҙын  йөрәге аҫтында йөрөтә әсә сабый өсөн кәрәкле әйберҙәр ҙә һатып ала башлай. Әммә көтмәгәндә табиптар уға ваҡытынан алда бала табыу хәүефе барлығын хәбәр итә.

 

Лилиәнең һүҙҙәренсә, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһында уға ҡарата бер нисә етди хата ебәрелә. Йөклөлөктө һаҡлап ҡалырға тырышыу урынына, табиптар уны өҙә. Документтарҙа иһә баланың әсә ҡарынында вафат булыуы күрһәтелә. Әммә ҡатын әйтеүенсә, ул һуңғы мәлгә тиклем ҡыҙының хәрәкәтләнеүен тойған.

 

Артабан уға ике тапҡыр аналыҡ таҙартыу операцияһы үткәрелә. Әммә һуңыраҡ был процедураларҙың тейешле кимәлдә башҡарылмауы асыҡлана.

 

Бер аҙнанан Лилиәне ауыр хәлдә рәүештә Өфөләге дауаханаға ашығыс килтерәләр. Унда табиптар аналыҡта плацентаның бер өлөшө ҡалғанын асыҡлай. Тағы бер операция үткәрелгәндән һуң, табиптар ҡатынға башҡа үҙаллы бала таба алмаясағы тураһында хәбәр итә.

 

Был фажиғә ғаиләгә бик ауыр тәьҫир итә. Тик бер йыл үткәс кенә улар ғәҙеллек эҙләп, юрист ярҙамында судҡа мөрәжәғәт итә. Эш буйынса медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, әммә дауаханала уны үткәрергә  ҡаршы төшәләр.

 

Әлеге мәғлүмәт зыян күреүсе  ҡатындың һүҙҙәренә нигеҙләнеп бирелә. Ваҡиға буйынса һуңғы хоҡуҡи баһа суд ҡарары сыҡҡас билдәле буласаҡ.

Автор:Гөлнара Солтанова