

Өфөлә 18 йәшлек ҡыҙҙың медицина учреждениеһында вафат булыуы факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, июль айында дауаханаға килтерелгәндән һуң 18 йәшлек ҡыҙ вафат булған. Асыҡланыуынса, ҡыҙҙың әсәһе бер нисә тапҡыр ашығыс медицина ярҙамы саҡыртҡан, әммә ҡыҙҙы дауаханаға өсөнсө саҡырыуҙан һуң ғына алып киткәндәр.
Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты идаралығы етәксеһе Владимир Архангельскийға енәйәт эшен тикшереү барышы һәм асыҡланған хәл-ваҡиғалар тураһында доклад әҙерләргә ҡушҡан.
Әлеге ваҡытта енәйәт эше буйынса тикшереү дауам итә.