

Был – бик һирәк осрай торған күренеш. Экологтар әйтеүенсә, айыуҙар ғәҙәттә яңғыҙ йәшәй. Ике өлкән айыуҙың тыныс ҡына бергә булыуы мул аҙыҡ булғанда, миҙгелле күсеш осоронда йәки үрсеү мәлендә генә мөмкин.
Йәй айҙарында айыуҙар ҡышҡа май туплау өсөн әүҙем туҡлана. Эҫе көндәрҙә улар ҡуйы урмандарҙа йәки һыу буйҙарында ял итә, ә иртән иртүк, кисен һәм төндә айырыуса әүҙем була. Аҙыҡ эҙләп улар тиҫтәләгән саҡрым ара үтергә мөмкин.
Милли парк хакимиәте йәнә бер тапҡыр иҫкәртә: урман — ҡырағай йәнлектәрҙең йорто. Шуға күрә ял итеүселәргә айыуҙар менән осрашыуҙан һаҡланырға, аҙыҡ ҡалдыҡтарын ташламаҫҡа һәм ҡырағай хайуандарға яҡын бармаҫҡа кәңәш ителә.