Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Августа , 07:05

«Башкирская домохозяйка» йәнә операцияға әҙерләнә

Был юлы ҡайһы ерен үҙгәртер икән?

«Башкирская домохозяйка» йәнә операцияға әҙерләнә«Башкирская домохозяйка» йәнә операцияға әҙерләнә
«Башкирская домохозяйка» йәнә операцияға әҙерләнә

Билдәле блогер, «Башҡорт хужабикәһе» исеме менән танылған Миләүшә Шәйхисламова тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртеү һәм йәшәреү юлын дауам итә.

 

Үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә ул әлеге ваҡытта сираттағы операциянан һуң тергеҙелеүен күрһәтте. Блогер әйтеүенсә, был әле һуңғыһы түгел – алда уны тағы бер нисә ҡатмарлы пластик операция көтә.

 

Миләүшә операциянан һуңғы хәлен дә йәшермәй. Ул эсе һалынып төшөүен күрһәтеп, тәненең башҡа өлөштәрен әлегә күрһәтә  алмауын шаяртып яҙған.

 

Блогерҙың үҙгәрештәре социаль селтәрҙәрҙә төрлө фекерҙәр тыуҙыра: берәүҙәр уның батырлығына һоҡлана, икенселәр тәбиғилекте һаҡлау яҡлы. Әммә Миләүшә үҙе был үҙгәрештәрҙе күптәнге хыялы тип атай һәм маҡсатына ышаныслы аҙымдар менән барыуын белдерә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас