

Бөгөн, 6 августа, Башҡортостанда яуым-төшөм көтөлмәй. Ел үҙгәреүсән йүнәлештә, талғын иҫәсәк. Көндөҙ һауа температураһы +24…+29 градус була.
7 августа ла яуым-төшөмһөҙ һауа торошо һаҡланасаҡ. Ел үҙгәреүсән йүнәлештә, көсһөҙ. Төндә +9…+14 градус, ә көндөҙ +25…+30 градусҡа тиклем йылынасаҡ.
Синоптиктар мәғлүмәтенә ҡарағанда, республикала йылы һәм ҡояшлы һауа торошо дауам итә.