Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Августа , 08:00

“Бала табыу көнө билдәле”

Әлиә Төхвәтуллина шатлыҡлы яңылығы менән уртаҡлашты.

“Бала табыу көнө  билдәле”“Бала табыу көнө  билдәле”
“Бала табыу көнө билдәле”

Башҡортостанда киң танылған йырсы Алия Төхвәтуллина (Ҡарасурина) социаль селтәрҙәге яҙылыусыларына шәхси тормошонан яңылыҡтарын һөйләне.

 

Йырсы хәбәр итеүенсә, ире – йырсы Ришат Төхвәтуллин һәм ике йәшлек улдары Әлим менән ауылда үткәргән ялдары тамамланған. Хәҙер ғаилә ҡабаттан ҡалаға ҡайта.

 

Әлия икенсе сабыйын көтә. Табиптар әйтеүенсә, был юлы ла малай донъяға киләсәк.

 

«Әле йөклөлөктөң 35-се аҙнаһы тиерлек бара. Әҙ генә ваҡыт ҡалды. Табип күрһәтмәләре һәм беренсе бала тыуғандағы кеүек, был юлы ла кесарево киҫеме яһаласаҡ. Шуға күрә табип менән бергә операция көнөн дә билдәләнек. Тағы дүрт аҙна самаһы ғына ҡалды. Был йөклөлөк үҙенсәлекле булһа ла, йәй бик тиҙ үтеп китте», – тип яҙған йырсы.

 

Шулай уҡ ул хәҙер витаминдар ҡабул итеүен дауам итеүен, өҫтәлендә яңы витаминдар барлыҡҡа килеүен күрһәтә Әлиә. Яҡындары уға яңы ғына өҙөлгән нектариндар, персиктар һәм авокадо алып килгән. Йырсы емештәрҙең бик тәмле һәм һутлы булыуын да билдәләгән.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас