

Кейем туҙһа, алмаштырып була
Һатып алып ҡабат яңыны
Бешмәй генә, ашыҡмайса алайыҡ
Яҙмыш биргән ҡыҙыу табаны.
Ҡайғыларҙың йәмһеҙ ҙур тамсыһы
Әҙәм балаһына төшмәһен.
Арабыҙға үпкә салҡан ятып,
Яуыз уйҙар тыуып үҫмәһен.
Күңел ҡапҡалары асыҡ торһон,
Аҡ шәкәрҙәй булһын күңелдәр.
Тормош мәшәҡәте болоттары ҡаплап,
Онотолмаһын туған-һеңлеләр.
Туҡтамаһын әле был Ер шары
Аяҡтарҙа торайыҡ нығыраҡ.
Беҙ атлаған ғүмер юлдарында,
Бәхет сәскә атһын күбрәк!
Фәнүз Батталов