

Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарында ике ир-ат батып үлгән. Был турала БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Кисә, 4 августа, Аҡъяр ауылына алыҫ булмаған Таналыҡ йылғаһында 65 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр килгән. Йылға буйы һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған, был хаҡта киҫәтеү аншлагтары ла ҡуйылған булған. Батып үлеүсенең кәүҙәһен урында йәшәүселәр сығарып, полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.
Иҫәнғол ауылы тирәһендәге Оло Эйек йылғаһынан 48 йәшлек ирҙең кәүҙәһе сығарылған. Уның яр буйында ял итеүе асыҡланған. Бер мәлде ир йылғаға сумған да башҡа сыҡмаған. Был урын да һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған, киҫәтеү аншлагтары ҡуйылған булған.