

Бөрө районында йәшәүсе ҡатын үҙ йортондағы ихатала ғәҙәти булмаған ҙур ҡара йыланға тап булған. Был хаҡта «Балтач таңдары» гәзите хәбәр итә.
Ҡатындың һүҙҙәренә ҡарағанда, йыландың оҙонлоғо 70 сантиметрҙан ашҡан. Белгестәр фаразлауынса, был — Никольский ҡара йыланы булыуы мөмкин.
Уның сағыуы кеше һаулығы өсөн бик хәүефле һанала. Көтөлмәгән осрашыуҙан ҡатын шул тиклем ҡурҡҡан, хатта бер мәлгә телһеҙ ҡалған.
Хәҙер хужабикә ихатаға тик резина итек кейеп кенә сыға. Ул: «Йылан тағы ла килеп сығыр, тип бик ҡурҡам», — ти.
⚠️ Һаҡ булығыҙ! Йорт-ҡурағыҙҙы, бесән араһын, утынлыҡты һәм таш өйөмдәрен даими тикшереп тороғоҙ. Йылан күрһәгеҙ, уға яҡын бармағыҙ һәм уны тотоп ҡарарға маташмағыҙ.