

«Атлы башҡорт ҡыҙы» исемле мурал ҡасабаның биҙәгенә һәм уның яңы визит карточкаһына әүерелде. Уның авторы – Өфөнән һәләтле йәш рәссам Алмаз Заһретдинов. Муралды эшләүҙә шулай уҡ рәссамдар Артур Рәхмәтов, Радик Мусин ҡатнашҡан.
Мурал 2020 йылдан Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың башланғысы менән үткәрелгән Волга буйы федераль округының «ФормАРТ» урам сәнғәте фестивале барышында барлыҡҡа килде. Республика унда һәр ваҡыт юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Нефтекама, Белорет, Өфө, Ағиҙел ҡалаларын ошондай рәсемдәр биҙәй, хәҙер был исемлеккә Шишмә лә ҡушылды.
Быйыл Башҡортостанда фестивалдең етенсе миҙгеле башланды, унда округ төбәктәренән 400 ғариза килде, 117-һе – Башҡортостанда йәшәүселәрҙән. Эксперт советы иң яҡшы 14 проектты һайлап алды, улар иҫәбендә Алмаз Заһретдиновтың эше лә бар.
2026 йылда фестивалдең тематикаһы Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған.