

Алтай крайында 11 йәш ҡыҙҙың ғүмерен өҙөүҙә ғәйепләнгән сериялы маньяк Виталий Манишин төрмәлә ултырыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүен белдергән.
Билдәле булыуынса, Виталий Манишин «Енисей» төрмәһе етәкселегенә ғариза яҙып, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүен белдергән. Әммә әлегә ул мөрәжәғәтенә яуап алмаған.
Хәҙер маньяк дүрт урынлы камерала тотола. Ул иреккә сығыуға өмөтләнеп, даими рәүештә адвокат саҡыртыуҙы талап итә. Шулай уҡ Манишин кинәт үҙенең элекке күрһәтмәләренән баш тартып, бер кемде лә үлтермәүен белдергән.
Уға ҡатыны менән хат аша ғына аралашырға рөхсәт ителә. Хаттарында ул тормош хәлдәрен һораша һәм тәмле аҙыҡ-түлек ебәреүҙәрен үтенә. Төрмә ҡағиҙәләре буйынса, уға йылына бер генә тапҡыр посылка ҡабул итергә мөмкин. Шуға күрә июль айында ҡатыны уға 20 килограммлыҡ аҙыҡ-түлек посылкаһы әҙерләгән.
Сериялы үлтереүсене оҙаҡ йылдар дауамында тота алмағандар. Ул ошо ваҡыт эсендә Калман районы хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһында эшләгән. Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, Манишин нигеҙҙә Алтай дәүләт техник университетына уҡырға инергә йыйыныусы йәш ҡыҙҙарҙы һайлап, уҡыуға инергә ярҙам итергә вәғәҙә иткән. Артабан уларҙы көсләгән һәм үлтергән.
Маньякҡа хөкөм ҡарары үткән йылдың октябрендә генә сығарылған. Суд ҡарары буйынса, ул тәүге ете йылын төрмәлә, ә ҡалған мөҙҙәтен ҡаты режимлы колонияла үткәрергә тейеш.
Сығанаҡ: SHOT