Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Августа , 11:05

Әлфинә Әғзәмова ниңә башҡортса йырламай?

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфинә Әғзәмова ни өсөн репертуарында башҡорт йырҙарының  булыуын аңлатты.

Әлфинә Әғзәмова ниңә башҡортса йырламай?Әлфинә Әғзәмова ниңә башҡортса йырламай?
Әлфинә Әғзәмова ниңә башҡортса йырламай?

 

«Онытмаған» йыры менән киң танылыу алған йырсы Ҡазан баҫмаһына биргән интервьюһында башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыуҙың араһындағы айырманы һөйләне.

 

– Ысын башҡорт йыры – үҙенсәлекле. Уның үҙ моңо, үҙ башҡарыу алымы бар. Башҡорттар татарса йырлай ала, әммә татарҙар башҡорттар кеүек башҡара алмай, – тине ул.

 

Шулай уҡ Әлфинә Әғзәмова башҡорт телен яҡшы белеүен дә әйтте. Уның һүҙҙәренсә, телде ул махсус өйрәнмәгән – бала саҡтан өйҙәрендә даими башҡорт радиоһы яңғырап торған, шуға күрә башҡорт теле үҙенән-үҙе күңеленә һеңгән.

 

Йырсының ҙур сәхнәгә юлы ла еңел булмаған. Оҙаҡ йылдар ул заводта эшләгән, туйҙарҙа һәм төрлө байрамдарҙа йырлаған. Киң танылыу иһә уға 44 йәшендә генә килгән.

 

2026 йылда «Онытмаған» йыры йәнә ҙур популярлыҡ яуланы, ә Әлфинә Әғзәмоваға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирелде.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас