Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Августа , 11:35

Өфө хакимиәте пилотһыҙ хәүеф ваҡытында видео төшөрмәҫкә саҡырҙы

Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов ҡала халҡын пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителгән ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итте.

Өфө хакимиәте пилотһыҙ хәүеф ваҡытында видео төшөрмәҫкә саҡырҙыӨфө хакимиәте пилотһыҙ хәүеф ваҡытында видео төшөрмәҫкә саҡырҙы
Өфө хакимиәте пилотһыҙ хәүеф ваҡытында видео төшөрмәҫкә саҡырҙы

Уның һүҙҙәренсә, үткән ялдарҙа ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең хәүефһеҙлеге хаҡында уйлау урынына пилотһыҙ осоу аппараттарын һәм һауа оборонаһы эшен видеоға төшөрөргә ашыҡҡан.

— Бөгөн уяулыҡ, бер-береңә ярҙам итеү һәм белгестәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу айырыуса мөһим. Шуға күрә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, — тине Рөстәм Шәрипов.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас