Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август , 14:57

Башҡорт ҡыҙҙары - Ҡытайҙа!

Өфө фән һәм технологиялар университетының өлкән уҡытыусыһы Лилиә Рәсүл ҡыҙы Ғилманова һәм ассистент Миләүшә Наил ҡыҙы Байбулова әлеге ваҡытта Леон университетында һанлы трансформация буйынса халыҡ-ара йәйге мәктәптә стажировка үтә.  

Башҡорт ҡыҙҙары - Ҡытайҙа!Башҡорт ҡыҙҙары - Ҡытайҙа!
Башҡорт ҡыҙҙары - Ҡытайҙа!

Программала робототехника һәм юғары технологиялар тармағы буйынса ҡытай теленән белемдәрҙе тәрәнәйтеү,  инновацион моделдәр һәм профессиональ лексиканы, техник ҡытай телен үҙләштереү, сәнәғәт өлкәһендә цифрлаштырыу буйынса актуаль һорауҙарҙы өйрәнеү ҡаралған. Шулай уҡ мәҙәни программа ла бик ҙур: экскурсиялар, мәҙәни осрашыуҙар, ҡытай телендә аралашыу. Был командировка квалификацияны күтәреү генә түгел, ә университеттың халыҡ-ара бәйләнештәрен нығытыу ҙа.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас