

- Беҙ илдә 2021 йылда уҡ бындай программаны башлаған тәүге төбәк булдыҡ. Үткән йылдан алып ул федераль бюджеттан финанслана. 2025 йылда 44 мәҙәниәт хеҙмәткәренә 1-әр миллион һум түләүҙәр бирелде. Быйыл квота 59 кешегә тиклем арттырылды, - тине үҙ сығышында премьер-министр Андрей Назаров.
Башҡортостан Рәсәйҙә иң ҙур квоталы төбәк статусын һаҡлап ҡала. Киләһе йылда республикала 62 мәҙәниәт хеҙмәткәренә квота бүленгән дә инде. Ауыл еренә эшкә килеүсе һәр белгес "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" проектында ҡатнаша ала.
Андрей Назаров мәҙәниәт министрлығына быйыл бүленгән квотаны тулыһынса файҙаланыуҙы тәьмин итергә, программала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бөтә этаптарҙа адреслы ярҙам күрһәтергә ҡушты.