

«Салауат Юлаев» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе Әмир Ханов ҡыҙы менән бергә балсыҡтан һындар әүәләү буйынса оҫталыҡ дәресенә килгән була. Сара ваҡытында ул ҡапыл аңын юғалта. Урындағылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ярҙам күрһәтергә тырышһа ла, егеттең ғүмерен ҡотҡарып ҡала алмайҙар.
Алдан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йәш спортсының йөрәге менән проблемалары булған. Фараз буйынса, уның үлеменә тромб өҙөлөү сәбәпсе булыуы мөмкин.
Әмирҙең атаһы әйтеүенсә, әлегә суд-медицина экспертизаһының тулы йомғағы әҙер түгел, шуға күрә аныҡ диагноз һуңыраҡ билдәле буласаҡ.