Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Августа , 11:20

Водителдәргә мөһим хәбәр!

Иртәгә юлдарҙа айырыуса һаҡ булығыҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Водителдәргә мөһим хәбәр!Водителдәргә мөһим хәбәр!
Водителдәргә мөһим хәбәр!

5 августа Башҡортостанда юлдарҙа күреү мөмкинлеге насараясаҡ. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

 

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, республиканың айырым райондарында ҡуйы томан төшөүе көтөлә. Ҡайһы бер урындарҙа күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем һәм унан да кәмерәк буласаҡ.

 

Йәйәүлеләргә лә юл аша сыҡҡанда айырыуса иғтибарлы булырға кәңәш ителә.

 

Водителдәргә иһә тиҙлекте кәметергә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, киҫкен маневрҙарҙан, урынһыҙ уҙып китеүҙән һәм хәүефле алға сығыуҙарҙан баш тартырға тәҡдим ителә.

 

Һаҡ булығыҙ һәм юлда үҙегеҙҙе лә, башҡаларҙы ла хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!

Автор:Гөлнара Солтанова