Ҡамыр:
-350 г он
-200 г һалҡын аҡ май
-семтем тоҙ
-1-2 балғалаҡ шәкәр
-4 аш ҡалағы һалҡын һыу.
Онға семтем тоҙ, шәкәр, һалҡын май ҡушып, ҡулда ыуалып торған ҡамыр баҫырға. Һалҡын һыуҙы ҡойоп, ҡамырҙы бер йомғаҡҡа йыйырға һәм 30 минут һыуытҡыста тотоп алырға.
Эслек өсөн:
-500 г һөйәгенән таҙартылған сейә,
-1,5-2 аш ҡалағы крахмал,
-2-3 аш ҡалағы шәкәр (емеше әсерәк булһа, күберәк тә һалырға мөмкин)
Сейәне һөйәгенән таҙартып, крахмал, шәкәр ҡушып болғатырға.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп йәйергә лә бәлеш эшләргә. Өҫтөнә туғылған 1 йомортҡа һарыһын һыларға.
Тәүҙә бәлеште 190-200 градуста - 20 минут, аҙаҡ утты 170-180 градусҡаса кәметеп, йәнә 30-40 минут бешерергә.