Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Августа , 09:35

Яңы юлдан имен йөрөргә яҙһын!

Башҡортостандың Балтас районында оҙонлоғо биш саҡрымлыҡ юлды яңыртҡандар.

Яңы юлдан имен йөрөргә яҙһын!Яңы юлдан имен йөрөргә яҙһын!
Яңы юлдан имен йөрөргә яҙһын!
Борай - Иҫке Балтас - Көйәҙе юлы «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса ремонтланған. Иҫке Мырҙа һәм Иҫке Балтас ауылдары араһында хәҙер бик яҡшы юл ялтырап ята.
Трасса республикала мөһимдәрҙән һанала, ул бер нисә районды тоташтыра. Унан тәүлегенә өс меңгә яҡын автомобиль үтә.
Ағымдағы йылда Башҡортостанда милли проект буйынса 200 км юлды һәм 13 күперҙе норматив торошҡа килтереү күҙаллана.
 
Фото: Минтранс РБ.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас