Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Августа , 05:55

Йәнә 31 градуслыҡ эҫе буласаҡ

Республикаға болотло һәм ямғырлы көн торошо алып килгән циклон китә. Бер аҙ ваҡыт яуым-төшөм төбәк территорияһында  һаҡланасаҡ, әммә тиҙҙән яңынан йылытасаҡ.

Йәнә 31 градуслыҡ эҫе буласаҡЙәнә 31 градуслыҡ эҫе буласаҡ
Йәнә 31 градуслыҡ эҫе буласаҡ

«Фобос» үҙәге синоптиктары хәбәр итеүенсә, дүшәмбелә, 3 августан, башлап, һауа температураһы күтәреләсәк һәм шәмбегә, 8 авгусҡа ҡарата, +31 градусҡа етәсәк. Яуым-төшөм көтөлмәй, көн ҡояшлы буласаҡ. Һауа температураһы +27, +28 градусҡа тиклем булған эҫе 18 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.

19 августан яңынан  ямғырҙар башланасаҡ, улар ай аҙағына тиклем яуасаҡ, тип күҙаллана. Был осорҙа көндөҙ һауа температураһы +20, +24 градус сиктәрендә торасаҡ.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас