Уяу хеҙмәткәрҙәр бар

Өфөлә бер тәүлектә банк һәм элемтә салоны хеҙмәткәрҙәренең уяулығы арҡаһында ике мутлашыу осрағы туҡтатылды.

Уяу хеҙмәткәрҙәр барУяу хеҙмәткәрҙәр бар
Уяу хеҙмәткәрҙәр бар

Яуыздар ҡорбандарға шылтыратып, хоҡуҡ һаҡлаусылар булып сығыш яһай һәм аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә күндерә. Беренсе осраҡта банк хеҙмәткәре 72 йәшлек пенсионерҙың 1 миллион һумды алыуына юл ҡуймаған. Икенсеһендә элемтә салоны хеҙмәткәре 58 йәшлек ҡатынға 300 мең һумдан ашыу аҡсаны муттарға күсерергә ирек бирмәгән.

Мутлашырға маташыу тураһында енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Өфө Эске эштәр министрлығы битараф булмаған хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт белдерә һәм иҫкәртә: билдәһеҙҙәрҙең күрһәтмәләре буйынса аҡса күсермәгеҙ, ә шикле шылтыратыуҙар булғанда шунда уҡ һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ һәм ойошма менән рәсми номер буйынса бәйләнешкә инегеҙ. Полицияға 102 номеры аша мутлашыу тураһында хәбәр итегеҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас