Почтаны талаған...

Күрше Татарстандың Алабуға ҡалаһы прокуратураһы дүрт йыл буйына почта бүлексәһе кассаһынан аҡса алып торған хеҙмәткәргә ҡарата енәйәт эшен асып, тикшереүҙе контролләй.

Почтаны талаған...Почтаны талаған...
Почтаны талаған...

Енәйәт эше уғата ҙур суммала аҡса урлау буйынса (п. «б» ч. 4 ст. 158 УК РФ).

ТР Прокуратураһының рәсми сайтында хәбәр итеүҙәренсә, тикшереү фаразына ярашлы, почта бүлексәһе хеҙмәткәре 2022 йылдың яҙынан 2026 йылдың июленәсә кассанан гел генә аҡса урлап торған. Дөйөм сумма 61 миллион һумға еткән. Уны ҡатын кәрәгенә тотонған. Был енәйәте асыҡланғас, бүлексә бинаһына ут төртөргә маташҡан. Әммә янғынды ваҡытында һүндергәндәр. Әле хеҙмәткәр ҡулға алынған.

Бына шулай... Почта хеҙмәте тирәләй көрсөк юҡҡа түгелдер...

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас