Муттарҙа намыҫ тигән нәмә юҡ

Һәләк булған һалдаттарҙың туғандарына аферистарҙан шылтыратыуҙар йышайған.

Муттарҙа намыҫ тигән нәмә юҡМуттарҙа намыҫ тигән нәмә юҡ
Муттарҙа намыҫ тигән нәмә юҡ

«Фактчекинг по-башкирски» порталы хәбәр итеүенсә, муттар башлыҡтың, хөкүмәттең йәки төбәк хеҙмәттәренең хеҙмәткәрҙәре булып таныла. Улар, наградаларҙы алырға, сараларға саҡырырға йәки түләүҙәр алыр өсөн, тип шәхси мәғлүмәттәрҙе белешә. Ғәҙәттә, муттар мобиль номерҙарҙан йәки мессенджерҙар аша шылтырата.

Бындай осраҡта граждандарға кәңәш ителә: үҙ мәғлүмәттәрегеҙҙе (паспорт, СНИЛС, карта номеры) әйтмәгеҙ; бер ниндәй ҙә тәҡдимдәргә шунда уҡ ризалашмағыҙ; эш телефон номерын һорағыҙ һәм үҙегеҙ ойошмаға шылтыратасағығыҙҙы әйтегеҙ. Ысын хеҙмәткәр быны аңлар, ә мошенник яуаптан ҡасырға тырышыр.

Үҙегеҙ шылтырата ала торған номерҙар:

Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең наградалары буйынса — Башҡортостан Башлығының дәүләт хеҙмәте һәм кадр сәйәсәте идаралығы: +7 (347) 280-85-27;

МХО ҡатнашыусылары өсөн республика саралары буйынса — Башҡортостан хөкүмәте аппаратының МХВО ҡатнашыусылары менән эшләү координация бүлеге: +7 (347) 280-83-58;

Түләүҙәр буйынса туғандарға — Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының МХО ветерандар менән эшләү бүлеге: +7 (347) 218-07-21.

Эш көндәрендә 9:00-ҙән 18:00-гә тиклем шылтыратығыҙ, төшкө ял 13:00-ҙән 14:00-гә тиклем.

Иң мөһиме — ашыҡмағыҙ һәм тикшереү үткәрегеҙ. Мошенниктар эмоцияларға һәм ашығыуға таяна. Һөйләшеүҙе өҙөгөҙ, трубканы ҡуйығыҙ һәм шикләнһәгеҙ күрһәтелгән номерҙарға шылтыратығыҙ.

Фото: https://web.max.ru/-69583385867562

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас