Үлемесле бәрелеш...

Белорет районында үлем менән тамамланған юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Үлемесле бәрелеш...Үлемесле бәрелеш...
Үлемесле бәрелеш...

Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн иртән Өфө — Инйәр — Белорет автомобиль юлының 109-сы саҡрымында 49 йәшлек ҡатын «Москвич-3» автомобилендә ҡаршы йүнәлештә килгән «ГАЗель Некст» менән бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә «Москвич» водителе алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында йән биргән, тағы ла ике пассажир төрлө йәрәхәттәр менән медицина учреждениеһына оҙатылған.

Әлеге факт буйынса тикшереү эштәре алып барыла, юл һәләкәтенең барлыҡ шарттары асыҡлана.

Фото: БР ДАИ.

Үлемесле бәрелеш...
Үлемесле бәрелеш...
Үлемесле бәрелеш...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас