Кемдәр «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы»?

Башҡортостанда «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» конкурсының «Токарь», «Фрезерлаусы» һәм «Программа менән идара ителеүсе станоктар операторы» номинациялары буйынса төбәк этабы тамамланды. Конкурс «Кадрҙар» милли проекты сиктәрендә үтте һәм эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Кемдәр «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы»?Кемдәр «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы»?
Кемдәр «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы»?

Һынауҙар (теория һәм практика) Өфөләге «Бурсервис» заводы» АЙ базаһында үткәрелде. Конкурста республиканың алдынғы предприятиелары белгестәре ҡатнашты.

Еңеүселәр:

«Токарь» — Виктор Яншаев («Бурсервис» заводы» АЙ);
«Программа менән идара ителеүсе станоктар операторы» — Станислав Медведев («ОДК-УМПО» ПАЙ);
«Фрезерлаусы» — Николай Потапов («КумАПП» АЙ).

Улар федераль этапта Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/29291/

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас