Иғтибар үҙәгендә - балалар өсөн продукция

Башҡортостанда балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереүҙең үҙ моделе эшләй — ул дәүләт, бизнес һәм социаль өлкә учреждениелары араһында системалы ҡарашҡа һәм аныҡ координацияға нигеҙләнгән. Беҙҙә балалар өсөн тауар етештереүсе 80-дән ашыу предприятие эшләй. Улар балалар аҙығы, уйынсыҡтар, кейем-һалым, мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ уҡытыу һәм тәрбиәләү саралары сығара.

Иғтибар үҙәгендә - балалар өсөн продукцияИғтибар үҙәгендә - балалар өсөн продукция
Иғтибар үҙәгендә - балалар өсөн продукция

Моделде тормошҡа ашырыуҙың төп инструменты – БР Хөкүмәтенең 2025 йылдың 7 мартындағы № 273-р бойороғо менән раҫланған 2025–2030 йылдарға балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереү буйынса саралар планы.

Дәүләт Думаһына индерелгән закон проекты республикала ғәмәлдә булған тармаҡты үҫтереү планына ауаздаш федераль механизмдарҙы күҙ уңында тота: ихтыяжды баһалау, етештереүселәргә ярҙам итеү һәм Рәсәйҙә етештерелгән продукцияны алға һөрөү.

«Рәсәй Федерацияһында балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереү тураһында»ғы № 1298582-8 федераль закон проекты Дәүләт Думаһында 2026 йылдың 24 июлендә теркәлгән. Уның авторҙары араһында — БР-ҙан РФ сенаторы, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова. Документты әҙерләгәндә Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһының тәҡдимдәре лә иҫәпкә алынған.

Төбәк планы эште эҙмә-эҙлекле ойоштороу моделенә нигеҙләнгән. Мәғариф ойошмалары уҡытыу һәм тәрбиәләү сараларына булған киләсәк ихтыяжды билдәләй, республика уны урындағы предприятиеларҙың мөмкинлектәре менән сағыштыра, етештереүселәр реестрын һәм продукция каталогын формалаштыра.

Ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә оҙайлы мөҙҙәтле заказ механизмын әҙерләү ҡаралған.

План шулай уҡ төбәк тармаҡ кластерын үҫтереүҙе, предприятиеларҙың тәҡдимдәрен иҫәпкә алып ярҙам сараларын йыл һайын яңыртыуҙы, етештереүселәргә продукцияның Рәсәйҙә етештерелеүен раҫлауҙа һәм уны эске баҙарҙа алға һөрөүҙә ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Айырым саралар тауарҙарҙы маркировкалауға, маркетплейстар менән эшләүгә, эшлекле миссиялар ойоштороуға һәм предприятиеларҙың конгресс-күргәҙмә проекттарында ҡатнашыуына арналған.

Айырым йүнәлеш — үҙебеҙҙәге балалар әҙәбиәте һәм анимацияһы геройҙары образдары менән уйынсыҡтар һәм уйындар сығарыуҙы хуплау.

Федераль закон ҡабул ителгән осраҡта республика төбәк механизмдарын балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереүҙең берҙәм дәүләт системаһы менән яраштыра аласаҡ. Был предприятиелар өсөн киләсәктәге ихтыяжды анығыраҡ күҙаллау, продукцияны алға һөрөү мөмкинлектәрен киңәйтеү һәм дәүләт заказсылары менән хеҙмәттәшлекте эҙмә-эҙлекле үҫтереү тигәнде аңлата.

Фото, сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайты.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас