Федераль ҡануниәттәге, төбәктәге төп үҙгәрештәр тураһында

БР Премьер-министры Андрей Назаров федераль ҡануниәттәге төп үҙгәрештәрҙе һәм июль айында башланған йәки ҡабул ителгән төбәк яңылыҡтарын билдәләп үтте.

Федераль ҡануниәттәге, төбәктәге төп үҙгәрештәр тураһындаФедераль ҡануниәттәге, төбәктәге төп үҙгәрештәр тураһында
Федераль ҡануниәттәге, төбәктәге төп үҙгәрештәр тураһында

Агросәнәғәт комплексы буйынса. Хөкүмәт ауыл хужалығын үҫтереүҙең дәүләт программаһын төҙәтте. Кесе хужалыҡтар өсөн һөт малсылығы проекттарын тормошҡа ашырыуға 265 миллион һумға тиклем яңы грант индерелә. Аҡсаны мал һанын арттырыуға, техниканы яңыртыуға һәм аҙыҡ базаһын нығытыуға йүнәлтергә рөхсәт ителә. Махсус хәрби операция сиктәрендә бурыстарҙы үтәгән аграрийҙар өсөн элек алынған гранттарҙы файҙаланыу ваҡыты 12 айға оҙайтылды. Шулай уҡ тоҡомсолоҡ эшендәге нормалар ҙа төҙәтелде – был юғары продуктивлы малдың ҡулланыу мөмкинлеген арттырырға тейеш. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығына етештереүселәребеҙ менән аңлатыу эштәрен алып барырға ҡуштым.

Фән һәм урындағы үҙидара буйынса. Студенттар конструкторлыҡ бюролары конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Еңеүселәр 20 миллион һумға тиклем грант аласаҡ. Фән буйынса дәүләт комитетына юғары уҡыу йорттарыбыҙҙың ҡатнашыуын тәьмин итергә ҡушам. Шулай уҡ приз фонды 1 миллиард һум тәшкил иткән «Иң яҡшы муниципаль практика» конкурсының федераль этабы иғлан ителде. Үткән йылда муниципалитеттарыбыҙ өс призлы урын алғайны. Иҡтисади үҫеш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм мәҙәниәт министрлыҡтарынан хакимиәттәр менән берлектә ғаризалар биреүҙе ойоштороуҙы һорайым.

Төбәк яңылыҡтары буйынса. Башҡортостан Башлығы указы менән «БАРС» яугирҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн өҫтәмә ярҙам саралары билдәләнде: балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә льготалар, дәүләт хеҙмәттәренә ташламалар, психологик ярҙам, шулай уҡ һәләк булғандарҙың ғаиләләренә бер тапҡыр бирелә торған түләү.

Саҡмағош районының 2026 йылға тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар, һаулыҡ һаҡлау һәм туризм йүнәлештәре буйынса үҫеш юл картаһы раҫланды. Яуаплы ведомстволарға планды һис шикһеҙ тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итергә кәрәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас