Башҡортостанда яғыулыҡ буйынса хәл нисек?

БСТ телеканалында Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы хәлгә арналған көн һайын үткәрелгән брифингтар дауам итә. Уларҙа республика юлдарындағы һәм автозаправка станцияларындағы (АЗС) хәл күҙәтелә. Республика Оператив штабы тәүлек әйләнәһенә АЗС-тарҙағы сираттарҙы һәм бензин запастарын контролдә тота. Әлеге ваҡытта хәл нисек? Был һорауға студия ҡунағы - Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин яуапланы.  

Башҡортостанда яғыулыҡ буйынса хәл нисек?Башҡортостанда яғыулыҡ буйынса хәл нисек?
Башҡортостанда яғыулыҡ буйынса хәл нисек?

- Бөгөнгө көнгә яғыулыҡ менән бәйле хәл яҡшыра башланы, - тине Эдуард Мостафин. - Башҡортостандың баш ҡалаһында сират аҙна һайын 20-30 автомобилгә кәмей, әммә проблемалы территориялар бар әле, мәҫәлән, Дим биҫтәһе. 10 муниципалитетта ла проблемалар бар, ул турала мәғлүмәт оперштабҡа тапшырылған. Яғыулыҡ унда килтереләсәк.

Приютта бөгөн хәлдәр нисек?

Приютта заправкаларҙың береһендә яғыулыҡтың бөтә төрҙәре бар, сиратта 20-гә яҡын машина тора. Мөрәжәғәттәр Комсомол урамындағы бер заправканың резервуарҙарҙы йыуыу өсөн бер аҙнаға ябылыуы менән бәйле. Икенсе заправкала дизель генә бар. Бәләбәй районында дөйөм алғанда 9 АЗС. Властар шулай уҡ шәхси заправкаларҙы күҙәтә, уларҙа яғыулыҡ бер аҙ ҡиммәтерәк.

Ә Стәрлетамаҡта?

Өфөнән бензовоздар Стәрлетамаҡҡа юлланды, шулай уҡ оперштаб хеҙмәткәре лә барҙы. Унда 34 АЗС, бер заправкаға уртаса 50-60 автомобиль сиратта тора...

Шәхси АЗС-тар менән оперштаб нисек эшләй?

Контроль һәр яҡтан бара. Был шәхси АЗС-тар түгел, ә төбәктә әүҙем булмаған селтәрҙәр. Мәҫәлән, "Татнефть" компанияһында АИ-92 һәм АИ-95 яғыулығы 50-шәр литр бирелә, ә АИ-100-ҙе сикләүһеҙ бирәләр. "Уфаойл"-дың Өфө буйынса 6 заправкаһы яғыулыҡ менән тулылана, аҙна аҙағына тиклем етәкселек республикала ҡалған заправкаларҙы эшләтеп ебәрергә ниәтләй.

Учалы районында бензин менән проблемалар ҡасан хәл ителәсәк?

Иртән бензовоздар районға тиҙ арала яғыулыҡ алып барырға тырыша. Тик Өфөнән алыҫ булғанлыҡтан, яғыулыҡты килтереү оҙаҡҡа һуҙыла.

Борайҙа бөгөн бензин юҡ, нимә булды?

Властар хәлде контролдә тота, тәьмин итеүсе, бөгөн унда яғыулыҡ буласаҡ, тип белдерә.

95-се бензиндан һуң 92-се бензинға күсеү хәүефһеҙме?

Барыһы ла машинаға бәйле. Әгәр автомобиль 92-се бензинға ҡулайлашҡан булһа, ул саҡта мөмкин. Ә турбированный автомобилдәр менән проблемалар килеп сығыуы ихтимал.

Фото: https://bash.news/news/269044-toplivo-v-baskirii-situaciia-na-29-iiulia

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас