

Яңы мәҙәни-ял майҙансығын булдырыу ғаилә менән ял итеү өсөн уңайлы инфраструктураны үҫтереүгә, халыҡтың файҙалы һәм йөкмәткеле ялын ойоштороуға, шулай уҡ асыҡ һауала мәҙәни саралар үткәреүгә йүнәлтелгән.
Тәүге киноларға уҡ төрлө йәштәге ҡала халҡы йыйылды. Асыҡ һауалағы кинотеатр ғаиләләр, йәштәр һәм өлкән быуын вәкилдәре өсөн бергәләп ваҡыт үткәреү, ватан кинематографы менән танышыу һәм ҡаланың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыу урынына әүерелде.
«Йондоҙҙар аҫтында кино» асыҡ һауалағы кинотеатр йәй аҙағынаса эшен дауам итәсәк. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн даими рәүештә асыҡ һауала кино күрһәтеүҙәр ойоштороласаҡ.
— Заманса мәҙәни инфраструктураны үҫтереү — халыҡтың тормош сифатын күтәреүҙең мөһим өлөшө. Асыҡ һауалағы кинотеатр ғаилә менән ял итеү, аралашыу һәм бергәләп буш ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр тыуҙыра. Яңы майҙансыҡ Благовещенск халҡы араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланыр һәм йәйге осорҙа ҡала халҡын үҙенә йәлеп иткән төп урындарҙың береһенә әйләнер, тип ышанам, — тине Благовещен районы хакимиәте башлығы Анна Карабанова.