

Әбйәлил районы егете, махсус хәрби операция яугиры «Мияги» сираттағы батырлығы өсөн юғары дәүләт наградаһы «Суворов» миҙалы менән бүләкләнде.
Илһөйәр һәм ҡаһарман ир-егет махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән ил һағында тора, яуҙа күрһәткән батырлыҡтары быға тиклем дә күп наградаларға лайыҡ булды.
Батыр яҡташыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм тиҙерәк Еңеү менән тыуған яғына, ғәзиз кешеләре янына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Бөтә республика халҡы һеҙҙең менән, яугир! Алға, Еңеүгә!